“Урал батыр”ҙағы һыу баҫыу ваҡиғаларын уйлап сығарып һөйләү мөмкин түгеллеге – бәхәсһеҙ. Шуға күрә, ул ваҡиғаларҙың шәһиттәре нисек тере ҡала алдылар икән, тигән мәсьәлә хәл иткес дәрәжәлә мөһим Оло һәләкәттән алдараҡ, Әзрәкә дейеүҙәрен эшкә ҡушмаҫтан элек, Шүлгән туфан һыуын күтәртеп “халыҡты ҡырырға маташҡан”, ләкин уның бөрккән һыуы ҡороған(2-се бүлек, [4]). Был осраҡ Урал тауҙарының ара – тирәһендәге сөсө(тоҙһоҙ) һыулы диңгеҙҙең кимәле ниндәйҙер сәбәп менән ныҡ ҡына күтәрелеп, тағы ла түбәнәйеүенә ишара булыуы ихтимал, тип уйларға нигеҙ бар, сөнки ул, бик киң булһа ла, һай диңгеҙҙең тәрәнлеге төрлө сәбәптәр менән, мәҫәлән, яуым – төшөм миҡдары үҙгәреүе, оҙаҡ иҫкән көслө елдәр, һыуҙың Донъя океанына ағып төшөү юлдары киңәйеүе – тарайыуы һ.б. арҡаһында йыш ҡына ныҡ үҙгәреп торған, тип фаразлана[2]. Был беҙҙең фекерҙең төп таянысы шул: Шүлгән һыу бөрккәндә уға дейеүҙәр ярҙамы тураһында һүҙ юҡ, шуға күрә тәүге һыу баҫыуы дейеүҙәрһеҙ, йәғни сөсө һыу ваҡиғаһы булған, тип ҡарай алабыҙ. Утрау шарттарында йәшәгән, ошо бәләкәйерәк һыу баҫыуҙарға даими тарып көн иткән Урал халҡы ҡапыл баҫҡан һыу һәләкәтендә ҡотолоу ысулдарына эйә булған, тип уйлайбыҙ. Был, әлбиттә, бик дөйөм яуап. Ҡотолоуҙың конкрет сараларына бәйле һүҙ түбәндә буласаҡ. Шуларҙың береһе тураһында ҡобайырҙа:
4420 –
Күк күкрәп торған, ти;
4430.Һыуҙар ҡайнап торған ти.
––
––
Ер һелкенгәндәй буған:
Әзрәкә һушһыҙ йығылған,
Имәнес ҙур кәүҙәһе
Һыуҙы урталай бүлгән;
4440. Халыҡҡа менеп торорға,
Йәйерәп хәл йыярға
Ҙур бер Ямантау буған.
Был юлдарҙан шуны күҙ алдына килтерә алабыҙ: ташҡындың ағыу тиҙлеге бик ҙур булғанға күрә, һыу Ямантауға бәрелгәндә ер һелкенгәндәй булып, күк күкрәү, йәшенле уттар барлыҡҡа килтерерлек бик дәһшәтле тәбиғәт күренеше барлыҡҡа килгән. Туфан һыуының юғарыла аталған икенсе моделенә ярашлы океандан килгән ташҡын һыуҙың тиҙлеге сәғәтенә 100-120-200 км-ға еткән тип һанала[5]. Ҡобайырҙан күреүебеҙсә, был һан ысынға оҡшай. Ғәжәп, ошо хәтәр тиҙлек халыҡтың ҡотолоуына Уралда ла, унан ситкә һыу ағыҙып алып киткәндәренә лә, һәләкәттә тере ҡалырға бер сәбәп булғандыр, һымаҡ күренә беҙҙең ҡарашҡа. Ысынлап та, ҙур тиҙлектә Ямантауға бәрелгән һыу ағымы ике яҡҡа ярылып киткән – “имәнес ҙур кәүҙәһе һыуҙы урталай бүлгән”. Шуның һөҙөмтәһендә тауҙан тайпылып ике яҡҡа һикергән5 ағым Ямантауҙан көньяҡҡа табан байтаҡ ҙур урындарҙы урап үтеп, ағып ятҡан булһа кәрәк. нәҡ ошо урындарҙа “халыҡҡа менеп торорға, йәйерәп хәл йыярға” мөмкинлек барлыҡҡа килгәндер. Ләкин был туфандан ҡотолоуға бер аҙым ғына булған, сөнки артабан йәшәү өсөн, был утрауҙа аслыҡтан, һыуыҡтан һәләк булмау өсөн киң ҡоро ерҙәр табырға тейеш булғандар был һыу йыуып алып китеүҙән ҡотола алған кешеләр. Ошо ниәт менән уларҙың бер өлөшө ҡайыҡтарында ағын һыуға төшөп китергә тейеш булғандыр. Шулай итеп, төньяҡ боҙло океандан сығып Урал тауҙары, Туран уйпатлығы киңлектәре, Иран яҫы тауҙары араһынан юл табып, Һинд океанына барып ҡойған ташҡын ағым[5] бер нисә тәүлек үтеүгә, әкиәттәрҙә(йәки мифтарҙа) ғына була торған рәүештә, Уралда ҡайыҡтарға улырып өлгөргән кешеләрҙе туп-тура7 алыҫ көньяҡтағы һыу баҫа алмаған бейек урындарға – ҡоро киңлектәргә – ҙур территорияға таратып һипкән. Шунда буласаҡ батырҙар буй еткеркп “ат менерҙәй ир буған”дар. Ләкин был Уралдан сыҡҡан диаспораның тормошо еңел булмаған: уларҙы бында бер кем дә көтөп тормаған, йәшәүгә уңайлы урындарҙың күптән үҙ хужалары булған. Шуға күрә уларҙың ололары ҡайҙалыр ҡалған тыуған илен һағынып, онота алмағандар. Һыуҙың ҡайтҡанын күргәс, был аҙашҡан, сит ерҙә олоғайған, халыҡ үҙҙәренең йәш улдарын ҡайҙалыр алыҫта ҡалған тыуған илдәрен эҙләп табырға юлға сығарған.
Ҡобайырҙан был турала бер өҙөк:
4570. –
Дүрт батырға ҡарата:
––
––
4580. “Улым мән Уралды
Эҙләй бергә китегеҙ,
Барып сәләм әйтегеҙ…”
Был Яйыҡ менән юлға сығасаҡ батырҙарға ҡушылған йомош. Нөгөш, Иҙел, Һаҡмарға ла ошондай бурыс йөкмәтелгән. Батырҙарҙың тыуған илен эҙләүе мажаралары ҡобайырҙа юҡ, ләкин улар төньяҡҡа табан барғанда Уралдың көньяғында (һәм көнбайышында ла) ятҡан киң, сөсө һыулы диңгеҙ ныҡ һайығып, бик ҙур территориялар ҡороған булыуы мөмкин, сөнки карталағы диңгеҙҙең ошо өлөштәре 11640 йылдан һуң һыуҙан арныған, тип раҫлана[1]8.
Алдараҡ билдәләүебеҙсә, Шүлгән “бөрккән һыуҙың” ҡороуы ла, моғайын, шул көньяҡ – көнбайыштағы диңгеҙҙең Уралдан сигенеүенә ишара, буғай. Шуныһы асыҡ һымаҡ: әлеге Уралда йәшәгән, ләкин Туфан һыуы Иран яҫы таулыҡтарына итеп сәсәп таратҡан халыҡтар яҡшы уҡ үҫешкән үҙенсәлекле мәҙәниәт, тәрән ерле ғөрөф – ғәҙәттәргә эйә булған күп һанлы, ойошҡан ҡәүемдәрҙән торған булһа кәрәк. Шулай булмаһа, ул дүрт батырҙың дүрт ҡәүеме 2000км-ҙан ары ҡайҙалыр тороп ҡалған үҙ илен, һыу баҫыуҙан күргән оло юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, эҙләп табып кире ҡайтып, һыу баҫыуға бәйле күренештәрҙе һәм ваҡиғаларҙы хәтерендә һаҡлай алмаҫ ине – улар Ирандағы ҡәүемдәр араһында юғалыр ине6. Күреүебеҙсә, алыҫтағы Уралды Иран яҫы таулығындағы ерҙәр менән тоташтырған һуҡмаҡтарҙы “Урал батыр” ҡобайырындағы ҡәүемдәр үк тапай башлағандыр, бәлки, тип фаразларға урын бар! Шул һуҡмаҡтар юлға әйләнеп, меңәр йыл тутыҡмай ятһа, ҡобайыр менән көньяҡ халыҡтарының эпостарының оҡшашлығы – тәбиғи. Тик эпостарҙың һәм беҙҙең ҡобайырҙың ижад ителеү ваҡытына килһәк, “Урал батыр”ҙағы тәбиғәткә – һыу баҫыу һ.б. – бәйле өлөштәр боронғораҡтыр, сөнки улар шул ваҡиғаларҙың шәһиттәренең хәтирәләре булыуын бөгөнгө фәндең иң һуңғы ҡаҙаныштары кире ҡаҡҡыһыҙ раҫлайҙар [1], [2], [5], [6] һ.б. Улай ғына ла түгел, “Урал батыр”ҙа тасуирланған тәбиғәттең боронғо ваҡиғаларына һәм күренештәренә бәйле мәғлүмәттәр үҙҙәре был замандың ҡайһы бер иң яңы фән йүнәлештәре(тармаҡтары) өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә буласаҡ әле – әгәр тейешле саралары күрелһә…
Ниһәйәт, ҡобайырҙан ташҡын һыу баҫыу бәләһенең күпме дауам итеүен дә самаларға мөмкин:
4450. Урал күп йыл һуғышҡан,
––
Урал яуға сыҡҡанда,
Яңы тыуған балалар ҙа
Ат менерҙәй ир буған.
Янына улдары менән ҡустыһы Һаҡмар килгәс тә һуғыштың бер аҙ дауам итеүен 1-2 йыл тип алғанда, ә йәш батырҙарға 15-17 булһа, ошо Туфан һыуы, күрәһең, 16-19 йыл батырҙарҙың ҡәүемдәрен һуғыш дәүеренә хас көсөргәнештә тотҡандыр, тип иҫәпләргә була. (Был мәсьәләгә тағы ла ҡайтасаҡбыҙ).
Иранға ҡағылған тағы бер һүҙ. Ҡобайырҙағы эсергә ярамаған һыу, ихтимал, бик ныҡ тоҙло, әлеге уртаса океан һыуынан тоҙлораҡ булғандыр, тигән фаразға ла урын бар. Сәбәбе – Иран яҫы таулыҡтарындағы барлыҡҡа килеүе билдәһеҙ тоҙ ятмаларының серҙәре нәҡ ошо Төньяҡ боҙло океандан сығып Иран ере аша ағып үткән Туфан һыуынан ҡалған тоҙ, тип аңлатыла гидросфералағы катастрофалар теорияһында[5].
Түбәндә бер ниндәй ҙә фәнни сығанаҡтарға һылтанмайынса, үҙемдән генә – тау инженерынан – уҡыусының иғтибарына бер нисә фекер тәҡдим итәм. Уҡыусы уларҙы ҡарамаһа ла була, сөнки артабанғы хәбәребеҙҙә был һүҙҙәргә таянмаясаҡбыҙ.
1. Һыуҙың ныҡ тоҙло булыуы ла, ихтимал, тип һанауыбыҙҙың сәбәптәре ошо:
Бөтә яғынан да боҙ быуаһы менән уратып алынып, Донъя Океанынан айырылған Төньяҡ боҙло океандың өҫтөндәге боҙҙан хасил булған “ҡалҡан”дың яуым – төшөм (башлыса, ҡарҙыр) сәбәпле ҡалынлығы артып, ҡитғаларҙан да юғарыраҡ күтәрелгән ваҡыттарҙа, бәлки, ошо боҙ “ҡалҡан” аҫ яҡлап та, океандың үҙенең һыуы туңыуы сәбәпле лә, ҡалынайғандыр. Ошо фараз хәҡикәткә тап килһә, океандың һыуындағы тоҙҙоң миҡдарының проценты артырға тейеш була, сөнки һыуҙың туңған өлөшөндәге тоҙ туңмаған өлөшөнә күсә.
2. Беҙҙеңсә, Уралда ҡыйыҡтарына ултырып ағып һыуға төшөп киткән(дөрөҫөрәге, күп осраҡтарҙа һыу үҙе ағыҙып алып киткән) кешеләрҙең һыуҙан сығыу өсөн 2000км-ҙан ары ятҡан Иран тауҙарынан башҡа бер ниндәй ҙә мөмкинселеге булмаған – юлда улар икһеҙ – сикһеҙ ағын һыу уртаһында ҡалғандар. Тик диңгеҙҙә уларға яҙмыш бик мәрхәмәтле булған: тауҙарға бәрелгәндә ярһыған һыу уларҙы күмгәс, арыраҡ – тауҙарҙан ялан яҡҡа сыҡҡас та – тыныс сапҡан. Уның хәтәр тиҙлеген – сәғәтенә 100-150 км булһа ла – уның менән ағып барған кешеләр бөтөнләй тоймаған. Сәбәбе – ара – тирәлә гел генә һыу булған, ә кәмә өҫтөндәге ниндәйҙер кимәлдәге ҡалынлыҡтағы һауа ҡатламы һыу, ҡайыҡтар менән бер тиҙлектә тиерлектә хәрәкәт итергә тейеш булған, сөнки ул аҡҡан һыуҙың киңлеге йөҙҙәрсә “км”, ә оҙонлоғо Төньяҡ боҙло океандан Иранға, унан тауҙар аралап, Һинд океанына тиклем еткән. Әлбиттә, Уралдан алыҫлашҡас ағымдың тиҙлеге ныҡ кәмегәндер – быға океан һыуының йәйелеп китеүе, юлында Иран тауҙарының ҡаршылығы сәбәп булырға тейеш. Тирә – яҡта бер ҡоро ер, тау түбәһе күрмәгән кешеләр үҙҙәренең ҡайһы йүнәлештә хәрәкәт итеүен дә аңламағандар, шуға күрә улар ҡоро ергә баҫҡанда аҙашҡан кеше хәлендә ҡалғандар.
3. Уралға юл табыу мәсьәләһе ошо сәбәптәргә бәйле улар өсөн баш ватҡыс йомаҡ булып торғандыр, тип уйларға тура килә. Ләкин, юлға сыҡҡан дүрт батырҙың Уралды эҙләүе баребер аңлы йүнәлештә булғандыр, тип ныҡлы ышанып була. Бының өсөн ул һунарсы ҡәүемдәренең улдары ярайһы уҡ бай мәғлүмәткә эйә булғандар. Шул турала әҙерәк фекер тәҡдим итәбеҙ.
а) Ҡайыҡтарында алданыраҡ ағып киткән кешеләр һыу күмеп бөтмәгән таныш тауҙар янынан үткәндә ағымдың көньяҡҡа(Ҡояш иң юғары торған тарафҡа) икәнен шәйләргә тейеш булалар.
б) Һыу менән барған ҡайыҡтар асыҡ “диңгеҙ”гә сығып Урал түбәләре күҙҙән юғалғандан һуң да байтаҡ ваҡыт һыуҙың Урал тауҙарына бәрелеп шаулап гөрһөлдәүен ишетеогә тейеш булалар, моғайын. Был – һыу өҫтөнән, ҡайһы бер осраҡтарҙа, тауыш бик алыҫҡа китә алыуы менән аңлатыла. Жюль Вернда капитан Гранттың ҡыҙы атаһының тауышын төнөн ишетеп ҡалыуы – фантазия ғына түгелдер. Мәҙәк итеп иҫкә төшөрә алабыҙ: беҙҙең Ҡөҫәпҡол ауылының балыҡсыһы(Ишембай районы) Ватан һуғышының иң ауыр осоронда(1942, көҙ) иртән Иҙелдә ауын ҡарағанда(һуғыш барған яҡтандыр) туптар атып шартлауҙарын ишеткән, имеш.(С – дин бабай). Шул һыу гөрһөлдәгән саҡта кәмәләгеләр Ҡояшты, йәки йондоҙҙарҙы ла күреп ҡалһа, улар үҙҙәренең ниндәй тарафҡа китеп Уралдан алыҫлашыуын аңлай алғандар;
в) Шул да бар, Иран тауҙары күренгәндә Ҡояш йәки йондоҙҙар ҙа күренһә, ошо м әсьәләлә тағы ла нығыраҡ асыҡлыҡ өҫтәләсәк;
г) Ниһәйәт, иң мөһим мәғлүмәтте Ирандағы ерле халыҡ һүҙҙәренән аңларға тейеш булалар беҙҙең яҡташтар. Улар ошо һалҡын тоҙло һыулы ташҡындың тиреҫтән, һыуыҡ елдәр иҫә торған мәңге ҡараңғы(Төньяҡтан) килеп тулыуын күрергә тейеш булғандарҙыр, тип уйларға була.
Ҡобайырҙа күк йөҙөндә ҡош осалмаҫлыҡ болоттар ҡайнауы тураһында әйтелеүен иҫәпкә алғанда, беҙҙең әлеге “Ҡояш, йондоҙҙар күренһә”, тип өмөт итеү нигеҙһеҙ һымаҡ. Ләкин…, кем белә ул аҡылға һыймаҫлыҡ ағымдың өҫтөндәге бөтә атмосфера күренештәрен?! Мәҫәлән, емергес океан тайфунының үҙәгендә, ғәҙәттә, “око тайфуна” тигән аяҙ күкле, елһеҙ тыныс урын була…
Бесплатно
Установите приложение, чтобы читать эту книгу бесплатно
О проекте
О подписке